МОНГОЛ ТЕЛДӘРЕ, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. М.т. Афғанстанда, Ҡытайҙа, Монголияла, ш. уҡ Бүрәт, Ҡалмыҡ Респ. һәм РФ‑тың ҡайһы бер төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 7 млн яҡын кеше. М.т. 14—16 бб. берҙәм монгол теле диалекттарының үҫеше һөҙөмтәһендә формалаша. Барлыҡҡа килгән үҙ аллы телдәргә фонетик, морфол. һәм синтаксик кимәлдәрҙәге типологик яҡынлыҡ хас. Хәҙ. М.т. күпселегендә һуҙынҡылар ҡыҫҡаға, оҙонға һәм дифтонгыларға бүленә; һүҙ башында [р], [л] тартынҡылары ҡулланылмай; ижек аҙағында яңғырау тартынҡылар һаңғыраулана. М.т. һүҙ төҙөлөшөндә тамырҙың тере һәм үле төрҙәрен айыралар: тере тамыр һүҙьяһалышта һәм һүҙҙе үҙгәртеүҙә ҡулланыла, тамырҙың үле төрө тәүге грамматик нигеҙҙе тәшкил итә, унан эҙмә- эҙлекле аффикстар рәте ярҙамында икенсел, өсөнсөл һ.б. тамырҙар яһала, мәҫ.: “ажил” (эш) — “ажилчин” (эшсе) — “ажилла” (эшләргә) — “ажиллага” (эшмәкәрлек) һ.б. Синтаксик үҙенсәлектәре: аныҡлаусы күләмде аңлатып килһә, аныҡланыусы һүҙ, ғәҙәттә, берлек формаһында ҡала; һөйләмдәрҙә төркөмлө килеш м‑н үҙгәреү күҙәтелә (тиң һөйләм киҫәктәрендә һүҙҙең һуңғы формаһы ғына үҙгәрә). М.т. төп (бүрәт, ҡалмыҡ, монгол телдәре) һәм маргиналь (баоань, дагур, дунсян, могол, монгор, шира‑югур телдәре) телдәргә бүленә. М.т. ш. уҡ сингар‑ монизмдың булыуы (бүрәт, ҡалмыҡ, монгол) һәм булмауы (баоань, дагур, дунсян, монгор) йәһәтенән дә айырыла. Башҡорт теленең, башҡа төрки телдәр кеүек үк, М.т. м‑н фонетик, морфол., синтаксик оҡшашлыҡтары күҙәтелә; лексикаһында һүҙҙәрҙең структур һәм семантик билдәләре б‑са байтаҡ уртаҡлыҡтары бар (ҡара: Алтай телдәре).

Әҙәб.: И ш б е р д и н Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986; Щ е р б а к А.М. Тюркско-монгольские языковые контакты в истории монгольских языков. СПб., 2005. 

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке