МОЛОКАНДАР, христиан динендәге секталарҙың (ҡара: Сектантлыҡ) береһе. 18 б. 2‑се ярт. Рәсәйҙә барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — С.Уклеин. Дини тәғлимәт сығанағы — Библия, дини тәғлимәт нигеҙҙәре “Молокандар догматы” китабында бирелә. М. сиркәү иерархияһын, изгеләрҙе, ҡорамдарҙы, иконаға табыныуҙы һ.б. танымай. Общиналарға һайлап ҡуйылған пресвитерҙар, йәки аҡһаҡалдар, етәкселек итә. Һыу М., Дон М., һикереүсе М. һ.б. төркөмдәре бар. Община ағзаларының йорттарында ғибәҙәт ҡылалар. 1917 й. 1 млн самаһы М. иҫәпләнә, 1996 й. — 13, 2013 й. 39 община теркәлгән. Ырымбур губернаһында М. 19 б. башында Быҙаулыҡ өйәҙендә барлыҡҡа килә. 1850 й. уларҙың һаны 795 була. Өфө губернаһында 1913 й. 1361 (ш. иҫ. Бәләбәй өйәҙендә — 265, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 230) кеше иҫәпләнә. 20 б. 20‑се йй. аҙ. М. общиналары таратыла, пресвитерҙарҙың бер өлөшө репрессиялана. 21 б. башына М. төркөмө Бәләбәй р‑нында һаҡланған.

 Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.