МОИСЕЙ У ф и м с к и й (донъяуи исеме Чигвинцев Николай Иванович; 27.7.1913, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Бобровка а. — 3.6.1982, Өфө), дин әһеле, изге преподобный. Архимандрит (1977), монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Ленинград дини семинарияһында уҡыған (1952—55). 1945 й. алып Изге Сергий кафедраль соборында хеҙмәт итә, бер үк ваҡытта 1972 й. — Өфө епархияһы духовнигы. 30—40‑сы йй. Христос (ҡара: Иисус Христос) хаҡына диуана булып, аскетлыҡ тормошо м‑н йәшәй (ҡара: Дини аскетизм); диндарҙарҙың фекеренсә, күрәҙәлек, дауалау, кәрәмәтлек көсөнә эйә булған. М. изге мәйете Изге Сергий кафедраль соборында һаҡлана һәм диндарҙарға табыныу өсөн асыҡ. Өфө епархияһының урындағы изгеләр рәтенә индерелгән (2002), Өфө Изгеләр соборына инә (2008).

Әҙәб.: Преподобный Моисей Уфимский / сост. Т.В.Борисова. Уфа, 2002. 

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке