“МОЗАИКА”, әҙәби йыйынтыҡ. Өфө ир балалар гимназияһы органы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. 1912 й. алып нәшер ителә; 6 номеры билдәле (6‑сы номеры 1917 й. февр. сыға). Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. “М.” өлкән класс уҡыусыларының әҙәби тәжрибәләре (шиғырҙар, хикәйәләр һ.б.), илдәге ижт.‑сәйәси тормош т‑да очерктар баҫыла. Гимназия хеҙм‑рҙәре П.М.Андреев, П.Д.Жуков, В.А.Ефремов мөхәррирҙәре була.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке