МОДАЛЬ ҺҮҘҘӘР, модаллек мәғәнәһен белдергән махсус һүҙҙәр класы. Хәҙ. башҡорт телендә мәғәнә йөкмәткеләренә ҡарап раҫлауҙы һәм инҡар итеүҙе: “эйе”, “бар”, “юҡ”, “түгел”, “әлбиттә”, “ысынлап”, “дөрөҫ”, “асылда”, “ярай” һ.б.; тейешлекте һәм кәрәклекте: “кәрәк”, “тейеш”; мөмкинлекте: “мөмкин”, “ярамай”; фаразлауҙы, икеләнеүҙе һәм ышанып етмәүҙе: “ахыры”, “буғай”, “бәлки”, “ихтимал”, “күрәһең”, “булһа кәрәк” һ.б.; үтенеүҙе, тәҡдим итеүҙе: “зинһар”, “рәхим итегеҙ”, “беләһегеҙме”, “ғәфү итегеҙ”, “аңлайһығыҙмы”, “ҡуй” һ.б. белдергән М.һ. айырып йөрөтәләр. М.һ. һөйләмдә инеш һүҙҙәр йәки төрлө киҫәктәр функцияһын үтәй ала (ҡара: Синтаксис).

Әҙәб.: З ә й н у л л и н М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. Өфө, 2013.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке