АРАЛБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Заречье а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 204 кеше; 1920 — 242; 1939 — 173; 1959 — 158; 1989 — 91; 2002 — 126; 2010 — 109 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йомағужа 1‑се урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1775 й. алып билдәле. Йорт старшинаһы Аралбай Яманаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 21 йортта 140 кеше йәшәгән, 1866 й. 31 йортта — 138 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. 2003 й. А. 20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Аралбай утары ҡушылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018