МОДАЛЛЕК (лат. modus — күләм, ысул), һөйләүсенең ысынбарлыҡтағы хәл‑ваҡиғаларға төрлө мөнәсәбәт төрҙәрен, ш. уҡ субъектив квалификацияның төрлө төрҙәрен белдергән функциональ- семантик категория; төрлө тел кимәлдәрендә бер үк модаль мәғәнә сағыла. Хәҙ. башҡорт телендә М. реаль йәки реаль булмаған семантик типтарын айырып йөрөтәләр. Реаль М. әйтелгәндәрҙең йөкмәткеһе ысынбарлыҡҡа тура килеүен белдерә (һөйләүсе әйтелгәндәрҙе шикһеҙ факт итеп ҡабул итә). Реаль булмау мәғәнәһен М. гипотетик (әйтелгәндәрҙең ысынбарлыҡта булыуын фаразлау), дебитив (әйтелгәндәрҙе тейеш һәм мотлаҡ тип ҡабул итеү), теләк (ниндәй ҙә булһа эш‑хәрәкәтте башҡарыуға ынтылыу), императив (эш-хәрәкәткә теләк белдереү), ниәт‑маҡсат (ниндәй ҙә булһа эш‑хәрәкәтте башҡарырға ҡарар итеү) һәм потенциаль (ниндәй ҙә булһа эш‑хәрәкәтте башҡарыуҙың мөмкинлеге) типтары аңлата. Һөйкәлеш категорияһының грамматик формалары, ш. уҡ ымлыҡтар, модаль һүҙҙәр, аналитик конструкциялар, киҫәксәләр һәм башҡалар М. сағылдырыуҙың төп саралары булып тора.

Әҙәб.: З а й н у л л и н М.В. Модальность как функционально-семантическая категория. Саратов, 1986; О сущности и границах языковой модальности. Уфа, 2013. 

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.