МИХЕЙ (донъяуи исеме Алексеев Михаил Фёдорович; 23.1.1851, С.‑Петербург — 3.2.1931, Козельск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1912—13). Дворяндарҙан. Дини тәғлимәт кандидаты (1896). Архимандрит (1898). Монахлыҡ ҡабул иткән (1892). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1896) Мәскәү патриархияһы епархияларында монастырҙар настоятеле, викар епископ, епископ. 1913 й. ялға сыға. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында яңғыҙ әсәләргә, Епархия ҡыҙ балалар училищеһы уҡыусыларына һ.б. ярҙам итә. М. булышлығы м‑н Өфөлә “Сеятель” (“Таратыусы”) ж. (ҡара: Христиан ваҡытлы матбуғаты) нәшер ителә.

Әҙәб.: С м о л и ч И.К. История Русской Церкви. 1700—1917. Кн.8. Ч.1. М., 1996. 

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке