МИХЕЕВ Григорий Григорьевич [12.11.1912, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Афанасьевское а. (Свердловск өлк. Әшит р‑ны) — 15.7.1994, Өфө], журналист. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1966). Журналистар союзы ағзаһы (1958). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1952) тамамлаған.__ 1939—53 йй. һәм 1958—77 йй. “Советская Башкирия” гәз. эшләй: 1942 й. алып бүлек мөдире, 1958 й. — баш мөхәррир урынбаҫары, 1961 й. — баш мөхәррир; 1953 й. — “Сталинское знамя” (“Сталин байрағы”; ҡара: “Стерлитамакский рабочий”) гәз., 1954 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында; 1956 й. башлап “Нефтяник Башкирии” (“Башҡортостан нефтсеһе”; Өфө) гәз. хеҙм‑р, 1958 й. — бүлек мөдире. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

Г.Н.Шәмсетдинова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке