МИХАИЛ АРХАНГЕЛ СИРКӘҮЕ, Бәләбәй ҡ. урынлашҡан. Мәхәллә кешеләре аҡсаһына, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында яндырылған ағас сиркәү (яҡынса 1757 й. асылған) урынында төҙөлә һәм 1828 й. изгеләндерелә, тип фараз ителә, 1879 й. йәмиғ сиркәүе итеп үҙгәртелә, 1988 й. хәҙ. исемен ала. Классицизм стилендәге, 2 рәт ярымтүңәрәк тәҙрәле, дүрт ҡырлы (ҡабырғаларынан тәҙрә уйымы булған көмбәҙ ябылған) һәм тәреле һигеҙ ҡырлы таш сиркәү; аспидаһы биш ҡырлы; манараһы бейек түгел. Өҫтәлдәре бар: төп — изге Архистратиг Михаил исеме (1828 й. изгеләндерелә) һәм Владимир Божья Матерь иконаһы (1998) хөрмәтенә. Сиркәүҙә, риүәйәт б‑са, натуранан төшөрөлгән изге преподобный Серафим Саровский образы һаҡлана. М.А.с. мәхәлләһен ҡала һәм яҡын‑тирәләге ауыл диндарҙары тәшкил итә. 1929 й. ябыла, манараһы һүтелә, бинаһында складтар урынлаша. 1988 й. диндарҙарға ҡайтарыла, реконструкциялана. 1989 й. алып сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылына. М.А.с. изге мученица Татиананың, преподобный архимандрит Гавриил Мелекесскийҙың һ.б. изге мәйет киҫәктәре яғылған иконалар бар. Сиркәү эргәһендә өлкәндәр һәм балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе, китапхана эшләй. Настоятелдәре: Г.Плохов, К.Евдокимов. 

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.