МИХАИЛ (донъяуи исеме Добров Матвей Алексеевич; 5.11.1795, Мәскәү — 19.5.1858, Өфө), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1831— 35). Дини тәғлимәт магистры (1818). Архимандрит (1822). Монахлыҡ ҡабул иткән (1818). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1818). 1819 й. алып Мәскәү дини семинарияһы инспекторы, 1821 й. — Смоленск, 1823 й. — Тверь дини семинариялары ректоры. 1835 й. ялға сыға. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Воскресение кафедраль соборын төҙөү инициаторы була, ҡатын‑ҡыҙҙар общинаһын Минзәлә өйәҙе Бәтке а. Өфөгә күсерә (ҡара: Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры) һ.б.

Әҙәб.: И г н а т ь е в Р.Г. Епископ Михаил, бывший Оренбургский и Уфимский. М., 1898. Ю.Н.Сергеев 

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке