МИФТАР (гр. myјthos — риүәйәт, хикәйәт), ысынбарлыҡтың үҙ аллы күренештәре тип һаналған күреп‑тойоп булған образдар ярҙамында кисерештәрҙе һәм ысынбарлыҡты аңлатыу формаһы; тәүтормош ҡоролошонда — донъяны аңлауҙың төп ысулы. М. өсөн тәбиғи һәм мәҙәни (соц.) объекттарҙы метафорик сағыштырыу, тирә‑яҡ мөхитте кешегә оҡшатыу (антропоморфизм), ш. иҫ. йыһан предметтарын йәнләндереү, хас. Мифологик фекерләүҙең төп һыҙаттары — этиологизм һәм генетизм. Боронғо кеше М. йолаларға бәйләгән һәм уларға ныҡ ышанған. Башҡорттарҙың М. башҡорт телендә; йолаларҙа һәм ритуалдарҙа, ғөрөф‑ғәҙәттәрҙә, хөрәфәттәрҙә һәм һынамыштарҙа; эпостарҙа (“Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуңыр буға”, “Урал батыр” һ.б.), легендаларҙа, хөрәфәти хикәйәләрҙә, әкиәттәрҙә, мәҡәлдәрҙә, әйтемдәрҙә, йомаҡтарҙа; орнаментта һ.б. сағыла. Башҡ. мифологияһында М. 2 хронологик ҡатламға айыралар: исламға тиклемге дини инаныуҙарға бәйле архаик һәм мосолман (ҡара: Ислам). Архаик М. түбәндәгеләр инә:

Этиологик М. — төрлө тәбиғи, мәҙәни үҙенсәлектәрҙең һәм соц. объекттарҙың барлыҡҡа килеүен аңлатҡан М. Ғөмүмән, М. күбеһе этиологик характерҙа була. Шәхси этиологик М. хайуандар һәм үҫемлектәрҙең йәки уларҙың айырым үҙенсәлектәре, метеорологик күренештәр, айырым соц. ин‑ттар, хужалыҡ эшмәкәрлегенең төрҙәре һ.б. барлыҡҡа килеүе т‑дағы М. индерәләр. Башҡ. мифологияһында йыш ҡына хайуандар һәм үҫемлектәр кешенән барлыҡҡа килгән: айыу — тылсымлы хәнйәрен юғалтҡан һәм шул сәбәпле мәңгелеккә кейек ҡиәфәтендә тороп ҡалған үҫмер егет‑әүермән; кәкүк — ҡошҡа әүерелеп ирен эҙләгән ҡатын; умырзая — һөйгәненең атаһы тарафынан сихырланып сәскәгә әйләнгән ҡыҙ һ.б. Ҡайһы бер йәнлектәрҙең тышҡы ҡиәфәте герой эшмәкәрлегенә бәйле, мәҫ., Урал батыр, Ҡатил үгеҙенең мөгөҙҙәрен бөгөп, тояҡтарын икегә ярып, уның ҡиәфәтен формалаштыра. Башҡа ҡараштар б‑са, йылҡы малы, һыйырҙар кешегә һыу аҫты донъяһы эйәләре тарафынан бүләк ителә.

Космогоник һәм теллурогоник М. — Йыһандың һәм Ерҙең барлыҡҡа килеүе т‑дағы М. Башҡорт мифологияһында Хаос йыш ҡына осо‑ҡырыйы күренмәгән һыу ятҡылығы булып күҙаллана. Йыһан Урал батырҙың һәм уның улдарының, ш. уҡ уның вариҫы Һәүбәндең ғәжәп ҙур көс түгеүенән барлыҡҡа килә. Ер демиург эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хасил була: ҡаты ерҙе ике өйрәк донъя океанының төбөнән алынған ләмдән яһай. Боронғо башҡорттар донъя вертикаль б‑са 3 өлөштән тора, тип уйлаған: күк, ер өҫтө, ер аҫты (һыу аҫты) донъяһы. Күк Тәңренең (ҡара: Тәңрелек) үҙе йә уның йәшәгән урыны булараҡ күҙ алдына килтерелгән. Донъяның төп тәңреһе — ер-һыу урта (ер), ерҙең һәм һыуҙың берҙәмлеген кәүҙәләндерә; ул бөтә тереклеккә ғүмер бүләк итә һәм яңы ғүмер биреү өсөн, уны кире ала. Ерҙә кешеләр м‑н төрлө эйәләр күрше йәшәй, уларҙы ризалатыу өсөн махсус йолалар башҡарылған. Ете ҡат ер аҫты — яуыз иблистәр (иргәйел һ.б.) йәшәгән урын тип белгәндәр. Горизонталь б‑са Ер дәү ҡуңыр үгеҙҙең мөгөҙөндә торған 4 мөйөш рәүешендә күҙаллана, үгеҙ иһә ҙур бер балыҡҡа баҫып тора. Ерҙең кендеге бар, ул донъяның уртаһы һанала. Шүлгәнташ, Ирәмәл һ.б. Ерҙең кендеге иҫәпләнә, был урындарҙың тылсымлы көсө бар. Урал тауҙары — ғаләм тауы һәм Ерҙең кендеге. Ер сигендә Ҡаф тауы урынлашҡан, унан һуң Хаос башлана.

Астраль М. йондоҙлоҡтар, йондоҙҙар, планеталар т‑дағы М. Мифологияға ярашлы, Ай Урал батыр тарафынан ике Ҡояштың береһенән (артығынан) яһалған. Айҙағы таптар — ҡоралайҙы мәңге баҫтырған йыртҡыс бүре, йәки көйәнтәле ҡыҙ. Ай, ғәҙәттә, ир башланғысына бәйле, ҡайһы ваҡытта ул ҡатын-ҡыҙ итеп күҙ алдына килтерелгән; Ҡояш — ҡатын-ҡыҙ затлы: “Урал батыр” эпосында ул Һомайҙың әсәһе, балалар һынамышында уға “Ҡояш апай” тип өндәшәләр. Йондоҙҙар һауаға йыуан тимер сылбыр м‑н нығытылған; Етегән йондоҙ дейеү йәки ете дейеүҙән ҡасып күккә күтәрелгән ете сибәр ҡыҙ; Ҡош юлы — күккә һибелгән торна ҡауырһындары. Урал батырҙың үлеменән һуң уның Аҡбуҙаты һауаға күтәрелә һәм Кесе Етегән йондоҙҙоң береһенә әйләнә, был йондоҙлоҡтоң икенсе йондоҙо — Һарысай (Һарат) —Айһылыуҙың (Самрауҙың ҡыҙы) аты. Һауа есемдәренең дини мәғәнәһе бар: Сулпан йондоҙоноң юғалыуын, кометаларҙың күренеүен бәлә килеүгә юрағандар; Етегән — кешеләрҙе ҡурсалаусы йондоҙлоҡ; йондоҙ атылыуы кемдеңдер үлеүен аңлата һ.б.

Топонимик М. — геогр. объект исемдәренең килеп сығышы т‑дағы М. Байтаҡ геогр. объекттарҙың һәм уларҙың исемдәренең этиологияһы мифологик персонаждарға бәйле: Урал батырҙан — Урал тауҙары, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡтан — ш. уҡ исемле йылғалар; Алпамышаның аяҡ кейеменә тулған тупраҡ һәм ҡомдан тауҙар, убалар барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер топонимдар иблис затлы йән эйәләренә барып тоташа: Шайтанбаҫҡантау, Аждаһалы кисеү, Бәрей күле һ.б.

Этногоник М. ҡәбилә, ырыу, этнос һ.б. килеп сығышы т‑дағы М. Байтаҡ башҡ. аймаҡ, түбә, араларының (ҡара: ырыу бүленеше) барлыҡҡа килеүен М. тәүге ата-бабалар — тотем хайуаны (ҡара: Тотемизм) йәки Иблис затлы йән эйәһе (шайтан, шүрәле) м‑н бәйләй.__ Этногонияла бүре (ҡара: Бүре культы) ҙур урынды алып тора. Ырыу башлығы м‑н мифик бәйләнеш этнонимдарҙа (ҡара: Этнонимика) сағыла: ҡатай ырыуында — торна- ҡатай, бөркөт-ҡатай, бөрйәндәрҙә ҡуян, терпе аралары һ.б. бар. Мосолман М. антропогоник (кешенең барлыҡҡа килеүе т‑да), яҙмыш, теге донъя, эсхатологик (донъяның бөтөүе) мифтар һ.б. ҡарай. Башҡ. М. асыҡлау һәм системалаштырыу тамамланмаған. Әҙәб.: Н а д р ш и н а Ф.А. Исторические корни башкирских преданий и легенд //Башкирский фольклор: исследования последних лет. Уфа, 1986; А м и н е в З.Г. Пространственно- временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.

С.Ә.Галин, И.С.Сырлыбаева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.