МИРЖАНОВА Сәриә Фазулла ҡыҙы (24.12.1924, БАССР‑ҙың Тамъян- Ҡатай кантоны 3‑сө Ҡусҡар а. — 25.11.2000, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1985). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Магнитогорск пед. ин‑тын (1948), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1956) тамамлаған. 1955—94 йй. ТТӘИ‑лә (1972 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1955—90 йй. башҡорттар йәшәгән терр‑ялар буйлап ойошторолған диалектологик экспедицияларҙа ҡатнашып, башҡорт теленең диалекттары һәм фольклор б‑са материал туплай. Фәнни тикшеренеүҙәре диалектологияға (төньяҡ‑көнбайыш диалекттың һәм көньяҡ диалекттың тел үҙенсәлектәре, тарихи үҫеше), лингвистик география, тел‑ара бәйләнештәр һәм этнолингвистика мәсьәләләренә арналған. “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге” (3 томда; 1967—1987), “Башҡортса- русса һүҙлек” (1996) һ.б. һүҙлектәрҙе, ш. уҡ “Башҡорт теленең диалектологик атласы”н төҙөүселәрҙең береһе. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уның тарафынан “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпостарының һ.б. фольклор әҫәрҙәренең варианттары яҙып алынған.

Х е ҙ м.: Южный диалект башкирского языка. М., 1979; Северо-западный диалект башкирского языка (формирование и современное состояние). Уфа, 2006. 

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке