МИРБАДАЛЕВА Адэльма Сабир ҡыҙы (5.10.1932, Мәскәү), фольклорсы. Филол. ф. д‑ры (1995). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Сит телдәр һәм милли һүҙлектәр дәүләт нәшриәтендә мөхәррир; 1961— 2005 йй. РФА‑ның А.М.Горький ис. Донъя әҙәбиәте ин‑тында хеҙм‑р (икеһе лә — Мәскәү): 1977 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге төрки телле халыҡтарҙың эпик ҡомартҡыларын өйрәнеү һәм уларҙың фәнни баҫмаларын әҙерләүгә бәйле. “Башҡорт халыҡ эпосы” (“Башкирский народный эпос”; 1977) һәм “СССР халыҡтары эпосы” (“Эпос народов СССР”) серияһының башҡа байтаҡ китаптарын төҙөүселәрҙең береһе, инеш мәҡәләләр, тәржемәләр, комментарийҙар авторы; “СССР халыҡтарының героик эпосы” (“Героический эпос народов СССР”; 1‑се т., 1975) китабына ингән “Урал батыр” эпосын тәржемә итеүселәрҙең береһе. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Ә ҫ ә р ҙ.: Башкирский эпос “Урал-батыр” //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4. 

Ф.А.Нәҙершина, Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. М.В.Хәкимов

Текст на русском языке