“МИРАҪ” Дүртөйлө йәмиғ мәсете. 1995 й. Дүртөйлө ҡ. Мосолман дини ойошмаһы башланғысы м‑н халыҡтан һәм Дүртөйлө р‑ны пр‑тиеларынан__йыйылған иғәнә иҫәбенә төҙөлә. БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында. 1995 й. алып эшләй. Мәсет (27,14х10,52х3,3 м) бер ҡатлы (цоколь ҡаты бар), сатыр ҡыйыҡлы, стеналары һоро кирбестән һалынған. Манараһы кирбестән, уның бейеклеге яҡынса 30 м (осло ҡыйығы м‑н бергә). Намаҙ залында (майҙаны 200 м2) ҡатын‑ҡыҙ өсөн бүлмә бар. Цоколь ҡатында (майҙаны 185 м2) хеҙм‑рҙәр өсөн бүлмәләр һәм уҡыу кабинеттары, ҡунаҡ, тәһәрәт алыу бүлмәләре, ашхана, склад урынлашҡан. Мәсеттә ғәрәп телендәге дини китаптар, ш. иҫ. Ҡөрьән (1990; Мәккә), һаҡлана. “М”. эргәһендә ислам нигеҙҙәрен һәм ғәрәп яҙмаһын өйрәнеү б‑са 2 йыллыҡ программалы курс эшләй, уны 1,3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013). Мәсет Дүртөйлө р‑ны һәм ҡалаһының дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары үткәрелә (1995 й. алып). Имам‑хатибы — мөхтәсиб Р.Р.Иҫәнбирҙин. 

Тәрж. Ә.Н.Акбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.