“МИР ПЕЧАТИ”, нәшриәт, БР‑ҙың ҡаҙна пр‑тиеһы. 1994 й. майында БР ЮС‑ы ҡарамағындағы нәшриәт‑полиграфия комплексы булараҡ ойошторола. 1999—2003 йй. БР Президенты Хакимиәте ҡарамағында, 2003 й. алып  “М.п.” нәшриәте дәүләт учреждениеһы, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Өфөлә урынлашҡан. “Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан", БР контроль‑иҫәп палатаһының йыллыҡ отчёттарын нәшер итә; ш. уҡ китап, брошюра, каталог, календарь, буклеттар сығара. 2012 й. 40 кеше эшләгән; 226 төр китап, брошюра (дөйөм тиражы 91 мең дана) сығарылған. Етәкселәре: М.Х.Вәлиев (1994 й. алып), А.З.Ғәлин (2010 й. алып), Д.М.Ямалетдинов (2011 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.