МИНҺАЖЕТДИНОВА Мәфзифә Мәғәфүр ҡыҙы [6.9.1901, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ғәлиәхмәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 14.3.1989, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ҡобағош а.], әкиәтсе. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә белем ала. Фольклорҙы яҡшы белә, нәфис һүҙ оҫтаһы була. Унан 60‑сы йй. М.Х.Минһажетдинов 30‑ға яҡын әкиәт яҙып ала, уларҙың ҡайһы берҙәре күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән. “Хуш, Уралым” йырын ижад иткән.

Әҙәб.: Б ә ҙ р е т д и н о в С.М. Ғүмер артында — ғүмер. Өфө, 1996; Сказки Мавзифы Магафуровны Мингажетдиновой //Фольклор народов РСФСР. Уфа, 1974. Вып.1. 

С.М.Бәҙретдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.