МИЛЛИ ТЕЛ, халыҡтың милләт булып ойошоу процесында барлыҡҡа килгән теле; телдең бер нисә йәшәү формаһының системаһы. Башҡорт М.т. системаһына 15—16 бб. башҡ. ырыуҙарының үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә формалашҡан халыҡтың йәнле һөйләү теле, фольклор теле, башҡорт теленең диалекттары; ш. уҡ телдең функциональ стилдәре м‑н эске структураһы үҫешенең иң юғары этабы булараҡ әҙәби тел инә. Башҡорт М.т. йәмғиәттәге роле уның дәүләт теле статусын раҫлаған БР‑ҙың тел өлкәһендәге сәйәсәте м‑н билдәләнә.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке