МЕЙӘС ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1895 й. Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Мейәс з‑ды ҡасабаһында (хәҙ. Мейәс ҡ.) С.Бәширов етәкс. урындағы бай мосолмандар аҡсаһына төҙөлә. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет (20×15×4,5 м) бер ҡатлы, ҡыйығы 4 яҡлы. Манараһы (бейеклеге яҡынса 35 м) кирбестән, өс яҡтан архивольттар м‑н биҙәлгән куб рәүешле нигеҙгә ултыртылған; өҫкө яғы геом. орнамент рәүешендәге фриз м‑н биҙәлгән, унан өҫтә формалы кәрниз һәм тотош уратып, рәшәткәле балкон урынлашҡан; торҡа рәүешендәге көмбәҙ ослайып барып бөтә (ярым емерек хәлдә һаҡланған). Мәсеттә 2 намаҙ уҡыу залы (ир‑ат һәм ҡатын- ҡыҙ өсөн), 2 тәһәрәт алыу бүлмәһе була. Мәсет эргәһендә мәктәп эшләй (Бәшировтың аҡсаһына тотола). 1925 й. мәсет ябыла, бинаһы мәктәпкә бирелә. 1999 й. диндарҙарға ҡайтарыла, яна. М.й.м. бер нисә тапҡыр Аҡмулла булып китә. 

Г.М.Наумова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.