МӘҠСҮТОВА Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27.11.1932, БАССР‑ҙың Мә‑ сетле р‑ны Һөләймән а. — 11.10. 2004, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1951). 1957—95 йй. ТТӘИ‑лә эшләй: 1966 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — бүлек мөдире, 1987 й. — баш, 1991 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 60— 70‑се йй. диалектологик экспедициялар ойоштора. Фәнни тикшеренеүҙәре диалектологияға (көнсығыш диалекттың тел үҙенсәлектәре һәм тарихи үҫеше), лингвистик географияға, ономастикаға, терминологияға; грамматиканың, тел‑ара бәйләнештәрҙең, лексикологияның, этнографияның айырым мәсьәләләренә һ.б. арналған. “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге”н (3 томда, 1967— 1987), “Башҡорт теленең диалектологик атласы”н төҙөүселәрҙең береһе. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (1990—96). М. тыуған ауылындағы мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Восточный диалект башкирского языка (в сравнительно-историческом освещении). М., 1976; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.); Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. Уфа, 1996. 

Н.Ф.Суфьянова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке