МӘҠӘЛ, телмәрҙә ҡулланылған, грамматик һәм логик яҡтан тотороҡло, ритмик яҡтан ойошҡан, өгөт-нәсихәт биргән хикмәтле һүҙ, тормош тәжрибәһе м‑н һыналған дөйөм фекерҙе ҡыҫҡа формала аңлатҡан фольклор жанры. Тормош күренештәренә хисле‑экспрессив баһа бирә, аналогия принцибы б‑са бер нисә мәғәнәлә ҡулланыла ала. М. фекерҙе асығыраҡ еткерергә, һөйләүсенең дәлилдәрен нигеҙләргә, телмәрҙе матурларға ярҙам итә. Башҡ. М. түбәндәге темаларға айырыла: 1) хеҙмәт (“Ағас емеше менән, кеше эше менән”); 2) йәмғиәт тормошо (“Халыҡ бар ерҙә батыр бар”); 3) көндәлек тормош, ғаилә һәм йолалар (“Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк”); 4) кеше, уның асылы, дәрәжәһе һәм кәмселектәре, әхлаҡ т‑да төшөнсә, тел һәм һүҙ, белем (“Етеһендә ни булһа, етмешендә шул булыр”); 5) ғәмәли фәлс. (“Ваҡыт аҡса түгел, бер юғалғас, табылмай). М. һәр халыҡтың фольклорына хас.

Әҙәб.: Н ә ҙ е р ш и н а Ф.А. Халыҡ һүҙе. Өфө, 1983; Башҡорт халыҡ ижады. 10‑сы т. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Өфө, 2006; Башкирское народное творчество. Т.7. Пословицы, поговорки. Приметы. Загадки. Уфа, 1993. 

Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке