МЕЩАНИНОВ Иван Иванович (12.11.1883, Өфө — 16.1.1967, Ленинград), тел белгесе, археолог. СССР ФА акад. (1932), Әзербайжан ССР‑ы (1945) һәм Ҡаҙаҡ ССР‑ы (1946) ФА‑ның почётлы ағзаһы. Филол. ф. д‑ры (1927), Карлов ун‑тының филос. д‑ры (Прага, 1948). Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1943). С.‑Петербург ун‑тының хоҡуҡ ф‑тын тамамлаған (1907); Гейдельберг ун‑тында (Германия, 1905—06), Археология ин‑тында (С.‑Петербург, 1906—10) уҡыған. 1908—17 йй. Идара итеүсе сенат канцелярияһында эшләй; 1909— 23 йй. Археология ин‑тында тарихи архив мөдире, 1921—23 йй. уҡытыусы; 1917—34 йй. Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад.; 1921—67 йй. СССР ФА Тел ғилеме ин‑тының Ленинград бүлексәһендә эшләй: 1934 й. алып Тел һәм фекерләү ин‑ты д‑ры, 1950 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р; 1922— 52 йй. ЛДУ‑ла: 1923—26 йй. ижтимағи фәндәр ф‑тының Археология һәм сәнғәт тарихы бүлексәһенең рәйес урынбаҫары, 1934 й. (өҙөклөк‑ тәр м‑н) алып дөйөм тел ғилеме каф. мөдире; 1926—35 йй. Ленинград көнсығыш ин‑тында; 1930 й. — Ленинград лингвистика һәм тарих ин‑тында эшләй: 1931 й. — Дәүләт Эрмитажының синыфтар барлыҡҡа килгәнгә тиклемге йәмғиәт секторы мөдире; 1932—35 йй. Антропология, археология һәм этнография ин‑ты дир. (бөтәһе лә — Ленинград); 1939— 50 йй. СССР ФА‑ның Әҙәбиәт һәм тел бүлексәһенең (Мәскәү); 1941— 43 йй. Ҡаҙаҡ ун‑тының (Алма-Ата) акад.‑секретары; 1946—50 йй. СССР ФА‑ның Дағстан филиалын ойоштороусы һәм директоры (Махачкала). Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм тел ғилеме мәсьәләләренә бәйле: телдәрҙең тарихи үҫеше (стадиялыҡ теорияһы); тел һәм фекерләү, тел һәм йәмғиәт бәйләнеше; телдәрҙең типологик классификацияһы; тел категориялары; һүҙ төркөмдәре; һүҙҙәрҙең һәм һөйләмдәрҙең ярашыуы һ.б. Тәүгеләрҙән булып телдәрҙең синтаксик типология теорияһын эшләй: уның тарафынан тәҡдим ителгән һөйләм моделдәренең структур-се‑ мантик схемаһы (поссесив, эргатив, номинатив һ.б. типтары) эшләнә, ул субъект-объект мөнәсәбәттәренең төрлө формала бирелеүенә нигеҙләнеп төҙөлә. Төрлө телдәрҙә грамматик категорияларға сағыштырма анализ үткәрә; төшөнсә категориялары теорияһын төҙөй. Урарт, хетт, элам телдәрен һәм уларҙың яҙмаһын, ш. уҡ кавказ, палеоазиат, семит телдәре, һинд-европа телдәре, монгол телдәре, төрки телдәрҙе һ.б. тикшерә. 1925—33 йй. Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына һәм Кавказ аръяғына ойошторолған археологик экспедицияларҙа ҡатнаша, етәксе була; Ольвиялағы антик цивилизация ҡомартҡыларына, ш. уҡ Абхазияла, Грузияла, Дағстанда, Әзербайжанда, Әрмәнстанда бронза быуаты ҡәберҙәренә ҡаҙыу эштәре үткәрә. Ҡырҙағы эштәренең һөҙөмтәләре экспедициялар т‑дағы отчёттарҙа һәм боронғо грек мәҙәниәте, Боронғо Көнсығыштың матди мәҙәниәте б‑са хеҙмәттәрҙә баҫылған. Байтаҡ тикшеренеүҙәре Рәсәй тарихына (боронғо урыҫ хоҡуғы мәсьәләләре) арналған. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РСФСР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Сталин пр. лауреаты (1943, 1946). Ленин (1943, 1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963) орд. м‑н бүләкләнгән. С.‑Петербургта М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Проблема классификации языков в свете нового учения о языке. Л., 1935; Общее языкознание. К проблеме стадиальности в развитии слова и предложения. Л., 1940; Члены предложения и части речи. Л., 1978.

Әҙәб.: Ж и р м у н с к и й В.М., А в р о р и н В.А. Академик И.И.Мещанинов //Вопросы грамматики: сб. ст. М.; Л., 1960. 

Т.И.Лысенко, С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.