ОРСК ҠАЛАҺЫНДАҒЫ МӘСЕТ, 1900 й. Орск ҡ. 1888 й. янған мәсет (1738 й. ахун М.Абдрахманов тарафынан асылған) янында сауҙагәр Д.Беркимбаев ярҙамы м‑н төҙөлә, попечителдәр араһында – Бурнаевтар. Ырымбур мосолман диниә назара‑ ты ҡарамағында була. Бер ҡатлы, манаралы таш бина. Мәхәлләлә 1849 й. – 158, 1890 й. – 777, 1909 й. 882 кеше иҫәпләнә, мо‑ солман байрамдары ваҡытында мәсеттә 2 меңләп кеше була. 1932 й. ябыла, бинаһы балалар баҡсаһына тапшырыла. 1990 й. диндарҙарға ҡайтарыла, 1991 й. манараһы тергеҙелә. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләй (1822—1916 йй.), 20 б. 90‑сы йй. ислам һәм ғәрәп теленең нигеҙҙәрен өйрәнеү б‑са йәкшәмбе мәктәбе булып эшмәкәрлеген яңырта. Имам‑хатиптары: М.Абдрахманов (1738 й. алып), И.Абдразаҡов (1740—60 йй.), И.Мәмбәтов (1770 йй.), Ғ.Ғәббәсов (1805 й. алып), Ҡ.Юлдашбаев (1861 й. алып), М.Мағазов (1866 й. алып), М.Исхаҡов (1877 й. алып), Ғ.М.Зәйнәғәбетдинов (1908—32 йй.), Ш.Шәрипов (1990 й. алып), Р.И.Әхмәтов (1998 й. алып), Т.Ю.Азаматов (2010 й. алып). Мәсет бинаһы – тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Д е н и с о в Д.Н. Исторические мечети Орска //Край Оренбургский. Праведной дорогой ислама. Оренбург, 2007.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика