“МЕЧЕТЛИНСКАЯ ЖИЗНЬ” (“Мәсетле тормошо”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Мәсетле р‑нының Оло Ыҡтамаҡ а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Мәсетле тормошо”) телдәрендә сыға. 1930 й. авг. алып башҡ. телендә “Колхозсы”, 1931 й.— “Колхоз байрағы”, 1932 й. — “Еңеүҙәргә”, 1954 й. — “К победе” (“Еңеүгә”) исеме м‑н урыҫ телендә, 1965 й. — урыҫ һәм башҡ. телдәрендә “Коммунист”, 1991 й. алып “Наша жизнь” һәм “Беҙҙең тормош” исеме аҫтында нәшер ителә; 2006 й. хәҙ. исемен ала. 1963—64 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке