ӨФӨЛӘГЕ МӘСЕТТӘР. Беренсе йәмиғ мәсете 1830 й. мөфтөй Ғ.Ғәбдрәхимовтың юллауы б‑са төҙөлә (ҡара: Беренсе йәмиғ мәсете). Икенсе йәмиғ мәсете (ағастан) 19 б. 80‑се йй. С.Ш.Тәвкилев мөфтөй булған осорҙа мәхәллә кешеләре аҡсаһына Нижегородка биҫтәһенең Преображенский урамында (хәҙ. Леваневский) төҙөлә. 20 б. башына мәхәлләлә 876 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә “Ғәлиә” мәҙрәсәһе асыла. Билдәле имам‑хатиптары: З.Ғәлекәев, З.Камалетдинов (1909—24). БашҮБК ҡарары м‑н 1931 й. ябыла. Бинаһы һаҡланмаған. Өсөнсө йәмиғ мәсете 1903 й. Нижегородка биҫтәһе мосолмандары аҡсаһына Воздвиженский урамында (хәҙ. Таҡта ярыу урамы) төҙөлә. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы, манаралы. Мәхәлләлә 825 кеше иҫәпләнә (1924). Мәсет эргәһендә “Хәсәниә” мәҙрәсәһе эшләй. Имам‑хатиптары: Мөх.М.Хәсәнов, Камалетдинов (1924 й. алып). 1940 й. ябыла. Мәсет бинаһында Юғары спорт оҫталығы мәктәбе урынлашҡан. Дүртенсе йәмиғ мәсете 1908 й. Өфө сауҙагәре А.А.Хәкимов аҡсаһына төҙөлә (ҡара: Хәкимиә йәмиғ мәсете). Бишенсе йәмиғ мәсете мосолмандарҙың һорауы б‑са 1909 й. мосолман зыяратында (ҡара: Мосолман зыяраты) һалына. Бинаһы ағастан, 2 ҡатлы, манаралы. Имам‑хатибы – Х.Вәлиев. 1960 й. мәсеттең өҫкө ҡаты яна, 1962 й. ябыла. Алтынсы йәмиғ мәсете 1918 й. Лагерь тауында (хәҙ. Проломный урамы, 23/1) төҙөлә. Бинаһы ағастан, 2 ҡатлы. Имам‑хатибы – Х.Әхтәмов. Мәсет 1934 й. ябыла. 60‑сы йй. бинаһы торлаҡ йортона яраҡлаштырып үҙгәртеп һалына. 1923 й. мосолмандарға етенсе йәмиғ мәсетен һалырға рөхсәт ителә (бина төҙөлмәй ҡала). Имам‑хатибы – Н.Ишәев. Теркәлеүҙән алынғанға тиклем (1928) мосолман общинаһы шәхси йортта ғибәҙәт ҡыла. Өфөлә 1996 й. — 3, 2007 й. – 7, 2013 й. 20‑гә яҡын мәсет эшләй. Улар араһында – “Ғофран” (ғәр. теленән “Ғәфү итеү”) мәсете, 1994 й. төҙөлә, бинаһы таштан, 2 ҡатлы, эсендә балконы бар. Мәсет эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе һәм китапхана эшләй. Имам‑хатиптары: Ғ.Ғ.Хәсәнов (1994 й. алып), Н.Ғ.Хәсәнов (2008 й. алып). “Ихлас” мәсете 2001 й. элекке “Луч” к/т (1956 й. төҙөлгән) бинаһында уға реконструкция үткәргәндән һуң асыла, бинаһы таштан (майҙаны 850 м2), тышында һәм эсендә колонналары, эске балконы бар. Манаралар (бейеклеге 41 м) һәм үҙәк көмбәҙ төҙөү эштәре алып барыла. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә, телестудия, нәшриәт, китапхана һ.б. эшләй. Имам‑хатибы – М.М.Ғәлләмов (1997 й. алып). “Хәмзә” мәсете (2006 й. Х.И.Ғәлләмовтың хәйриә фонды аҡсаһына төҙөлә, исеме шунан алынған), бинаһы таштан, бер ҡатлы, манараһы һәм эске балконы бар. Мәсет эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Имам‑хатиптары – Н.Д.Нуриев (2006 й. алып), Х.И.Ғәлләмов. Шулай уҡ ҡара: “Ләлә‑Тюльпан”.

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 Текст на русском языке