АР, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ара/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 17 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 979 кеше; 1920 — 1077; 1939 — 1007; 1959 — 776; 1989 — 582; 2002 — 626; 2010 — 594 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са хеҙмәтле татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) һәм мишәрҙәр нигеҙ һала, 1760 й. алып билдәле. 1865 й. 41 йортта 444 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке