МЕТАТЕЗА (гр. metајthesis — күсереп ҡуйыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең бер төрө, һүҙҙә өндәрҙең йәки ижектәрҙең үҙ-ара урындарын алмашыуы. Башҡорт телендә М. айырыуса консонантизм өсөн хас булып тора; 1) башҡорт теленең фонетик системаһының тарихи үҙгәрештәрендә, мәҫ.: боронғо төрки “яғмур” я[ғм]ур — башҡортса “ямғыр” я[мғ]ыр һ.б.; 2) башҡорт теленең диалекттарында, мәҫ., әҙәби телдә “туҡтау” ту[ҡт]ау — диалектта “тутҡау” ту[тҡ]ау һ.б.; 3) йәнле һөйләү телмәрендә, мәҫ., әҙәби телдә “ышҡыу” ы[шҡ]ыу — йәнле һөйләү телмәрендә “ыҡшыу” ы[ҡш]ыу һ.б.; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә, мәҫ., фарсыса “арбаз” а[р]ба[з] — башҡортса “аҙбар” а[ҙ]ба[р] һ.б. күҙәтелә. М. эргәләш өндәрҙә булырға мөмкин, мәҫ., әҙәби телдә “тирбәлеү” ти[рб]әлеү — диалектта “тибрәлеү” ти[бр]әлеү, һәм йыраҡлашҡан М. була, мәҫ., әҙәби телдә “беләҙек” бе[л]ә[ ҙ] ек — диалектта “беҙәлек” бе[ҙ]ә[ л]ек; ш. уҡ аффикстарҙың М. осрай, мәҫ., әҙәби телдә “алдыңмы” — диалектта “алдымың”, “күрҙегеҙме” — “күрҙемегеҙ” һ.б.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке