МЕРӘҪОВ Рәхим Зәки улы (14.1. 1940, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Әмир а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ (өҙөклөктәр м‑н) эшләй: 1970— 75 йй., 1978—83 йй. һәм 1990— 98 йй. немец филол. каф. мөдире, 1992 й. алып роман-герман филол. ф‑ты деканы. 1984—85 йй. Бөрө пед. ин‑тында уҡыта, 1986—90 йй. Кама политехник ин‑тының (Яр Саллы ҡ.) сит телдәр каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре немец теленең һүҙьяһалышы теорияһына, контрастив лингвистикаға [һинд-европа (инглиз, немец, француз, урыҫ һ.б.) телдәренең һәм башҡорт теленең сағыштырма грамматикаһына] арналған. “Немец теленең һүҙьяһалыш элементтары һүҙлеге”н (“Словарь словообразовательных элементов немецкого языка”; 2000) төҙөүселәрҙең береһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

Х е ҙ м.: Избранные труды по германскому и сопоставительному языкознанию. Уфа, 1998; Сопоставительная морфология немецкого и башкирского языков. Глагол. Уфа, 2002; Типология глагола в разноструктурных языках. Уфа, 2011.

Әҙәб.: З а й н у л л и н М.В. О книге Р.З.Мурясова “Типология глагола в разноструктурных языках” //Проблемы востоковедения. 2011. №3. 

 

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке