МЕННОНИТТАР, протестантлыҡта барлыҡҡа килгән йүнәлештәрҙең береһенә эйәреүселәр, 16 б. 30‑сы йй. Нидерландта Менно Симмонс (исеме шунан алынған) тарафынан нигеҙләнгән. М. өлкәндәрҙе суҡындырыу, башҡа диндәге кешеләр м‑н никахлашыуҙы тыйыу һ.б. хас. М. төп идара итеү органы — Бөтә донъя конференцияһы (АҠШ). Рәсәйҙә М. 1789 й. немец колонистары араһында барлыҡҡа килә. 19 б. 60‑сы йй. башында улар “туғандаш” (1963 й. алып бер өлөшө — инжил христиан‑баптистары составында була) һәм “сиркәүле” М. бүленә. 1929 й. М. общинаһы тыйыла, уларҙың күпселеге сит илгә китә, бер өлөшө депортациялана. Өфө губернаһында 19 б. 90‑сы йй. алып билдәле. 1897 й. 301 М. иҫәпләнә; 1915 й. — 1115 (Бәләбәй өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Өфө өйәҙендә), 3 ғибәҙәт йорто, 2 башланғыс мәктәбе була, 20667 дисәтинә ер биләй. 1924— 27 йй. М. Бөтә Рәсәй а.х. йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе эшләй. 20‑се йй. аҙ. байтаҡ өлөшө Германия, Канада, Парагвайға күсеп китә, 1941 й. бер өлөшө Ҡаҙағстанға депортациялана.

Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н. Из истории старообрядчества и христианского сектантства на Южном Урале (конец XVII — начало XX вв.) //Башкирский край. Уфа, 1993. Вып.3; Г р и г о р ь е в Д.В. Этнополитические процессы в немецкой общине Республики Башкортостан. Уфа, 2005.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке