МӘҘРӘСӘ (ғәр. — уҡыта торған урын), урта һәм юғары мосолман уҡыу йорттары. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Мулллар инициативаһы б‑са мәсеттәр эргәһендә асыла, шәхси иғәнәләр һәм ваҡыф аҡсаһына тотола. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мулла һәм мөғәллимдәр етәкселек итә. 9 йәше тулған, мәктәп тамамлаған ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу башлыса түләүһеҙ була. Уҡыу курсы — 6—11 йыл. Әҙерлек кимәле б‑са М. уҡыусылары 3 баҫҡысҡа бүленә: башланғыс (ибтидаи), урта (рушди), өлкән (иғдадиә). Уҡытыу башланғыс кластарҙа — төрки, өлкәндәрҙә ғәрәп телендә, фарсы телендә алып барылған. М. уҡыу программаһына Ҡөрьән тәфсире, догматика, логика, фикһ, ислам тарихы һәм филос., ғәрәп теле һ.б. ингән. 19 б. 2‑се ярт. яңы ысуллы М. барлыҡҡа килә (ҡара: Йәдитселек), улар араһында “Ғәлиә”, “Ғосмания”, “Мөхәмәҙиә”, “Рәсүлиә”, “Хөсәйениә” һ.б. була. 1865 й. Өфө губернаһында 814 мәктәп һәм М. һаналған, 1913 й. 579 мәктәп һәм 32 М. булып, уларҙа 90 меңдән ашыу уҡыусы белем алған. Революциянан (1917) һуң М. күпселеге ябыла, ҡалғандары берҙәм хеҙмәт йәки милли совет мәктәптәренә үҙгәртелә. Башҡортостанда “Ғәлиә”, Мәрйәм Солтанова ис., Рәсәй ислам университеты (бөтәһе лә — Өфө), “Нур әл‑Иман” (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Нуруль Ислам” (Октябрьский ҡ.) һ.б. М.эшләй.

Әҙәб.: Ф а р х ш а т о в М.Н. Народное образование в Башкирии в пореформенной период. 60—90-е годы 19 в. М., 1994; А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006. 

М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке