АПУХТИН Аким Иванович (1723—1792; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1804), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑поручик (1776). Дворяндарҙан. 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1737 й. алып рус армияһында. 1773—82 йй. Хәрби коллегия ағзаһы. Е.И.Пугачёв һәм Крәҫтиәндәр һуғышының (1773—75) башҡа ҡатнашыусылары өҫтөнән суд процесы етәкселәренең береһе. 1782—84 йй. Сембер һәм Өфө ген.‑губернаторы. Верхнеурал, Петропавловск, Троицк һәм Ырымбур ҡҡ. мәсеттәр төҙөүҙе тамамлауға булышлыҡ итә, 1784 й. майында Ырымбурҙа Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе һәм Урта Йөҙҙәре араһындағы бәхәсте хәл итеү б‑са суд булдырыуға өлгәшә, Ырымбур сик һыҙығын ҡаҙаҡ сапҡындарынан һаҡлауҙы ойоштороуҙа ҡатнаша.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.