“МЕДИК”, фәнни‑ғәмәли гәзит. Ойоштороусыһы — БДМУ. 1968 й. сент. алып Өфөлә урыҫ телендә (материалдың бер өлөшө — башҡ. һәм инглиз телдәрендә) сыға. Тиражы — 1 мең данаға яҡын (2013). Гәзиттә медицина өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, юғары уҡыу йортоноң тарихы һәм хәҙ. эшмәкәрлеге т‑да мәҡәләләр һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Университет тарихы”, “БДМУ-ның фәнни һәм мәҙәни тормошо”, “БДМУ факультеттары”, “Яңылыҡтар” һ.б. Гәзит 2003—04 йй. ҡушымта — әҙәби альманах сығара (барлығы 5 һаны донъя күрә). 1994—2000 йй., 2005—07 йй. нәшер ителмәй.

А.С.Рәхимҡолов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке