МИҘИӘК МӘҘРӘСӘҺЕ, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Миҙиәк а. урынлашҡан була. 1860 й. биш ваҡытлы мәсет эргәһендә мәктәп булараҡ асыла, 1883 й. дек. алып мәҙрәсә. Нигеҙ һалыусы — Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев. Ырымбур мосолман диниә назараты, 1874 й. башлап Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Шәхси иғәнәләр иҫәбенә тотола (башлыса ер биләүсе Ҡорбанғәлиевтар аҡсаһына). Уҡытыу‑тәрбиә эшенә Ҡорбанғәлиев һәм мөғәллим Д.Көсөков (Көсөковтар нәҫеленән) етәкселек итә. Башлыса 7—11 йәшлек ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу курсы — 7—10 йыл. Мәҙрәсә иҫке ысуллы була (ҡара: Ҡәҙимселек_7АH_5ь,_7АH). Уҡыу программаһына Ҡөрьән өйрәнеү ғилеме, хәҙис өйрәнеү ғилеме, фикһ, ғәрәп теле, төрки теле һ.б. инә. 1913 й. М.м. 320 уҡыусы була. 1919 й. ябыла.

Әҙәб.: Ю н у с о в а А.Б. Ислам в Башкортостане. М., 2007.

М.Н.Фәрхшатов, А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.