МАРИ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы мариҙары фольклорының жанрҙары күп төрлө. Йомаҡтар (тушто), һынамыштар (пале- влак, палымаш), мәҡәл һәм әйтемдәр (тоштыен мут, калыкмут, туныктен ойлымо мут), хайуандар т‑да, тылсымлы һәм көнкүреш әкиәттәре (йомак, шоя, нуж), хөрәфәти хикәйәләр (ужмо-колмо, лудыкташ), арбау һәм имләү билдәле. Шулай уҡ риүәйәттәр (тоштымарий шомак, тоштымары шая), легендалар (тоштыен ой, тоштышая), йола йырҙары (муро), халыҡ драмалары (калык драме) һ.б. киң таралған. М.ф. өйрәнеү 19 б. башлана. Фин ғалимы А.Генетц төҙөгән йыйынтыҡтарға (1887 й. һәм 1895 й. баҫыла, 2‑се йыйынтығы фин тикшеренеүсеһе В.Поркк тарафынан нәшер ителә) көнсығыш мариҙарының 100‑ҙән ашыу йыры ингән. 20 б. башында фин ғалимы Х.Паасонен Бөрө өйәҙе мариҙарынан фольклор текстары яҙып ала, улар 1939 й. Хельсинкиҙа баҫылып сыға. 1908 й. А. Аптриевтың [Бөрө өйәҙе Бабай а. (Ҡалтасы р‑ны) кешеһе, тип фаразлайҙар] мари йырҙары йыйынтығы нәшер ителә; Н.Ф.Катанов тәржемәһендә урыҫ телендә лә баҫылған, ул йыйынтыҡҡа көнсығыш мариҙарының 150‑нән ашыу йыры индерелгән. М.ф. б‑са материалдар В.М.Васильев инициативаһы б‑са баҫтырылған Мари календарында (1907—13) урын алған. 1902 й. алып ул көнсығыш мариҙарының йырҙарын йыя, мари халыҡ йырҙарының 3 китабын баҫтыра; 1931 й. йыйынтығында Башҡортостан М.ф. байтаҡ тексы нәшер ителә (әкиәттәр, хикәйәттәр, йомаҡтар, йырҙар). 1906—10 йй. мари тикшеренеүсеһе Г.Г.Кармазин [Бөрө өйәҙе Ишем а. (Мишкә р‑ны) кешеһе] тарафынан Бөрө өйәҙенең Мишкә һәм Сурай улустарында 500 йыр яҙып алына, уларҙың бер өлөшө 1931 й. фин ғалимы Ю.Вихмандың китабына индерелә. 1919 й. Ҡазанда мари халыҡ йырҙары йыйынтығы баҫтырыла, унда 1909—19 йй. көнсығыш һәм ялан мариҙарынан Васильев яҙып алған 300‑ҙән ашыу йыр өлгөһө (ноталары м‑н) бирелгән. 1906—29 йй. мари тикшеренеүсеһе Т.Е.Евсевьев мариҙарҙың, ш. иҫ. көнсығыш мариҙарының, этнографияһы һәм фольклоры б‑са материалдар (әкиәттәр, легендалар, мәҡәлдәр, йомаҡтар, шаярыуҙар, доғалар, йырҙар, йолаларҙы тасуирлап биреү) яҙып ала, улар 5 томдан тора, шуның 3‑һөн 1983—92 йй. Фин‑уғыр йәмғиәте (Хельсинки) нәшер итә. 1941 й. Ленинградта музыкант һәм комп. К.А.Смирновтың 30‑сы йй. 2‑се ярт. Мари милли соц. мәҙәниәте ҒТИ (Йошкар-Ола) экспедицияларында, ш. иҫ. БАССР‑ҙың Мишкә һәм Ҡалтасы р‑ндарында, йыйылған мари йырҙары йыйынтығы нәшер ителә. 1951 й. “Көнсығыш мариҙарының йырҙары” (“Песни восточных марийцев”) йыйынтығы сыға. 2009 й. Л.А.Абукаева тарафынан “Мишкә мариҙарының туй йырҙары” (“Свадебные песни мишкинских мари”) йыйынтығы баҫтырыла. С.И.Ибатов мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтарҙы баҫмаға әҙерләй, А.Е.Китиков “Мари халыҡ йомаҡтары” (“Марийские народные загадки”; 1967), “Волга буйы һәм Урал яны фин‑уғыр халыҡтары мәҡәл һәм әйтемдәренең үҙенсәлектәре” (“Своеобразие пословиц и поговорок финно-угорских народов Поволжья и Приуралья”; 1989) һ.б. баҫмаларында был жанрҙарҙы өйрәнеүҙе дауам итә. Әкиәттәрҙе өйрәнеү м‑н Я.Ялкайн, фин ғалимдары Поркк, Вихманн, венгр ғалимы Э.Беке һ.б. шөғөлләнә. 1990 йй. Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ Башҡортостан р‑ндарына экспедициялар ойоштора, материалдар ин‑ттың фәнни фондында һаҡлана, “Көнсығыш мариҙарының йырҙары: мари фольклоры йыйынтығы” (“Песни восточных мари: свод марийского фольклора”; 1994), “Мари фольклоры йыйынтығы: мәҡәлдәр һәм әйтемдәр” (“Свод марийского фольклора: пословицы и поговорки”; 2004), “Мари фольклоры йыйынтығы: мари халыҡ йомаҡтары” (“Свод марийского фольклора: марийские народные загадки”; 2006) китаптарына ингән. 

 

И.Ш.Александрова, Н.Н.Гребенщикова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.