МАРИ ТЕЛЕ, фин-уғыр телдәренең береһе (Волга төркөмө). Марий Эл Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Түб. Новгород, Свердловск өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Удмуртияла һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 365 меңдән ашыу кеше (2010). 2010 й. БР‑ҙа М.т. (ялан‑көнсығыш) белгән кеше һаны — 92,4 меңдән ашыу, уларҙың 91,6 меңгә яҡыны — мариҙар. Мордва теленә яҡын. Фин‑Волга тәү теленә (ҡара: Урал‑Алтай телдәре) барып тоташа, тип фаразлайҙар. Хәҙ. М.т. 4 диалекттан тора: көнсығыш, тау, ялан һәм төньяҡ‑көнбайыш, уларҙың һәр береһе айырым һөйләштәргә бүленә. Әҙәби теле 20 б. 20—30‑сы йй. формалаша; ул 2 төргә айырыла: тау диалекты нигеҙендә барлыҡҡа килгән тау мариҙары теле һәм туғай, ҡайһы бер көнсығыш диалекты нигеҙендәге ялан- көнсығыш теле. Фонетик үҙенсәлектәре: төп мари һүҙҙәренең башында [б], [г], [д], [ж], [з], [ф], [х], [ц] тартынҡылары юҡ; тел арты танау сонанты [ҥ] һүҙҙәрҙең уртаһында һәм аҙағында һуҙынҡыларҙан һуң килә, мәҫ.: “оҥа” (таҡта), “поҥго” (бәшмәк) һ.б. Морфологияла күплек һандағы исемдәрҙең бер нисә күрһәткесе булыуы хас: -влак, -влӓ, -шамыч, -мыт, -ла, мәҫ., “пӧртвлак” (өйҙәр), “кайыкшамыч” (ҡоштар), “ялла” (ауылдар) һ.б.; сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәһенә төрки сығанаҡлы -рак аффиксы хас: сағ.: мари телендә “сайрак”– башҡортса “яҡшыраҡ”, “кӱчыкрак” — “ҡыҫҡараҡ” һ.б. Һүҙьяһалыштың иң продуктив алымы – һүҙҙәрҙе ҡушыу, мәҫ., “ача-ава” (ата‑әсә), “уш-акыл” (аҡыл), “олмапу” (алмағас) һ.б. Синтаксиста башлыса эйәртеүле ҡушма һөйләм конструкциялары таралған. М.т. лексикаһында урыҫ теленән, төрки телдәрҙән һ.б. үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Башҡортостан мариҙары теленә башҡ. теленең төньяҡ‑көнбайыш диалекты йоғонто яһай. Яҙыуы кириллица нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. М.т. алфавиты 36 хәрефтән тора. БР‑ҙа М.т. уҡытыу Баҡалы, Балтас, Бөрө, Бәләбәй, Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мишкә, Яңауыл р‑ндарында алып барыла; Благовещен, Борай, Илеш, Нуриман, Тәтешле, Шаран р‑ндарында һәм Бөрө, Нефтекама ҡҡ. М.т. предмет булараҡ өйрәнелә. БДУ‑ның Бөрө филиалында (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы) һәм Благовещен педагогия колледжында М.т. б‑са белгестәр әҙерләнә. “Дружба”, “Калтаса ужара” (ҡара: “Калтасинская заря”) һәм “Чолман” гәз. М.т. сыға.

Әҙәб.: Современный марийский язык. Фонетика. Йошкар-Ола, 1960; Современный марийский язык. Морфология. Йошкар-Ола,  1961. 

Н.И.Иҫәнбаев

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.