МАРГАРИТА М е н з е л и н с к а я (донъяуи исеме Гунаронуло Мария Михайловна; 1865, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1866 — 22.8.1918, Минзәлә ҡ.), игуменья, преподомученица. Монахлыҡ ҡабул иткән (20 б. башында). 1917 й. алып Илья пәйғәмбәр ҡатынҡыҙҙар монастыры настоятельницаһы. Аскет тормош алып барған. Ваҡытлы хөкүмәттең ҡыҙ балалар өсөн монастырь мәктәптәрен дәүләт ҡарамағына тапшырыу сараларына ҡаршы сығыш яһай. 1918 й. яралы офицерҙарға ярҙам күрһәткән өсөн ҡулға алына һәм атыла. Өфө епархияһының урындағы хөрмәтләнеүсе изгеләре (1999), 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборы изгеләре (2000) рәтенә индерелгән, Өфө изгеләре соборына инә (2008). Әҙәб.: З и м и н а Н.П. Общероссийские православные святые Республики Башкортостан //Русские Башкортостана: история и культура. Уфа, 2003.

 Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.