МАНЗУРОВ Сергей Марксович (1.9.1960, Күмертау ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1986 й. алып “Сибайский рабочий” гәз. хеҙм‑ре: 1993 й. — мөхәррир урынбаҫары, 2001 й. — бүлек мөдире; 2003—04 йй. “Уральский проект” (“Урал проекты”) гәз. баш мөхәррире; 2006—09 йй. “Урал тау‑металлургия компания‑Холдингы” ЯСЙ‑ның Йәмәғәтселек м‑н бәйләнеш идаралығының (икеһе лә — Сибай ҡ.) төп белгесе. Палдиски ҡ. (Эстония) Салауат Юлаевҡа һәйкәл т‑да “Минең ҡайғылы яҙмышымда…” (“В горестной моей судьбе…”; 1997) тигән мәҡәләләр циклы, ш. уҡ иҡт. темаһына публицистик хеҙмәттәр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1997).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.