АПУТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Үңкерҙе ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Сакалдым й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 337; 1939 — 366; 1956 — 400; 1989 — 333; 2002 — 328; 2010 — 274 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Балаҡатай урта мәктәбе №1 филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Бала‑Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. Старшина Апут Ҡотсомов/ Ҡотомов исеме м‑н аталған. 1795 й. 18 йортта 67 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 179 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018