МАЙОРОВ Анатолий Петрович (23.4.1940, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡорт Самаҙыһы а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) 1967 й. тиклем ш. уҡ уҡыта, 1973 й. алып БДМУ‑ның сит телдәр каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре дөйөм тел ғилеменә (тел онтологияһы мәсьәләләре), социолингвистикаға (күп теллелек шарттарында коммуникатив арауыҡтың формалашыуы), контрастив лингвистикаға (башҡорт теле, инглиз теле, немец теле, урыҫ теле материалында) арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Социальные аспекты взаимодействия языков в билингвистическом коммуникативном пространстве. Уфа, 1997; Социальный билингвизм__ и языковое пространство. Уфа, 1998; Формирование учебного языкового коммуникативного пространства (с включением национально‑регионального компонента на материале английского языка). Уфа, 2008 (авторҙ.). 

 

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.