МӘҺӘҘИЕВДәүләткирәй Дәүләтбай улы [1.6.1925, БАССРҙың Йылайыр кантоны Абҙан а. (БРҙың Ейәнсура рны) — 24.2.2004, Өфө], тәржемәсе, журналист. Журналистарсоюзыағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Б.Д.Мәһәҙиевтеңағаһы. БДУны тамамлаған (1965). 1946 й. алып “Сталинсе” гәз. редакцияһында, ВЛКСМдыңАбҙанрайонкомтында эшләй, 1956 й. — Ейәнсура рны мәктәптәрендә уҡытыусы, 1967 й. — “Коммунист” (ҡара: “Мечетлинскаяжизнь”) гәз. мөхәррире, 1969— 85 йй. “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире, 1993—94 йй. “Заман—Башҡортостан” гәз. баш мөхәррире. М.Л.Мортазиндың“Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында” (“Башкирия и башкирские войска в Гражданскую вой ну”; тәрж. 1994) китабын, Р.Г.Игнатьевтың“Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор”, (“Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор”; тәрж. 2002) очеркын һ.б. башҡ. теленә тәржемә итә. Ҡөрьәндебашҡ. телендә баҫмаға әҙерләүҙәҡатнаша (1993, “ҠөрьәнКәрим”). БРҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994). Тыуған ауылында урамға М. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

А.Й.Зарипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке