МӘҺӘҘИЕВА Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (8.2.1965, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Һаҡмар ҡсб), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2004). Журналистар союзы ағзаһы (1995). Филол. ф. канд. (2009). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988), “Башҡортостан пионеры” гәз. бүлек мөдире, 1990 й. — “Йәшлек” гәз. бүлек мөдире, 1991 й. — баш мөхәррир урынбаҫары, 2001 й. — “Аҙна” (Өфө) гәз. баш мөхәррире, 2006 й. — “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының махсус проекттар баш редакцияһы, 2011 й. — тел‑ара коммуникациялар хеҙмәте етәксеһе, бер үк ваҡытта 2010 й. алып БДУ‑ла уҡыта. БР йәштәр матбуғаты тарихы т‑да фәнни‑популяр мәҡәләләр серияһы һәм уҡыу әсбаптары, балалар өсөн “Аҡбай ҡалаға бармай” (2006) әкиәте, “Ауыл малайы” (2013) повесы авторы. “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” (“Семь чудес Башкортостана”; 2009) телевизион респ. акцияһын ойоштороусы, “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” (“Башкортостан в годы Великой Отечественной войны”; 2010) телетапшырыу циклының, “Көндәлек” (“Дневник”; 2012—13) тапшырыуының авторы һәм мөхәррире. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1999). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке