МАТБУҒАТ ЙОРТО, редакция‑нәшриәт комплексы. 1972 й. архитектор А.А.Пахомов проекты б‑са төҙөлгән. Өфөлә урынлашҡан. М.й. “Башҡортостан” нәшриәте, ш. уҡ ҡуртым шарттарында респ., ҡала гәзит һәм журналдары (Башҡортостан, Башҡортостан ҡыҙы”, “Вечерняя Уфа”, “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Ҡыҙыл таң”, “Молодёжная газета”, “Республика Башкортостан”, “Һәнәк” һ.б.), үҙәк ваҡытлы матбуғат баҫмалары вәкиллектәре һ.б. учреждениелар, ойошмалар урынлашҡан. М.й. Журналистар союзы һәм БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының саралары үткәрелә. 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке