МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҠТАРЫ, баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары аша оператив хәбәрҙәрҙе йыйыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм таратыу м‑н шөғөлләнгән дәүләт ҡарамағындағы йәки шәхси пр‑тиелар. Матбуғат һәм яңылыҡтар (“РИА Новости”, Франс‑пресс, Ассошиэйтед‑пресс), спорт, реклама, нәшриәт һ.б. агентлыҡтарға айырыла. М.а. 19 б. уртаһында Телеграф агентлыҡтары булараҡ барлыҡҡа килгән. Урыҫ телеграф агентлығы (1866), Халыҡ‑ара телеграф агентлығы (1872), Төньяҡ телеграф агентлығы (1882) Рәсәйҙәге тәүге телеграф агентлыҡтары һанала. 1894 й. тәүге Дөйөм Рәсәй телеграф агентлығы асыла. 1904 й. хөкүмәт С.‑Петербург телеграф агентлығы ойошторола. 1906 й. Өфөлә тәүге тапҡыр “Санкт-Петербург телеграф агентлығы телеграммалары” ҡабул ителә һәм баҫыла, 1914— 17 йй. улар Бәләбәй, Минзәлә, Стәрлетамаҡ ҡҡ. нәшер ителә. 1918 й. Рәсәй телеграф агентлығы (РОСТА) ойошторолғандан һуң, 1919 й. Өфөлә уның губ. бүлексәһе (УфгубРОСТА), 1920 й. Стәрлетамаҡта РОСТА‑ның Башҡ‑н өлкә бүлексәһе (БашРОСТА) асыла, улар 1922 й. берләштерелә (ҡара: ИТАР‑ТАСС). Мәғлүмәтте еткереүҙең техникса. Төҫлө автолитография. 2003. БДХМ ралары үҫеү м‑н 90‑сы йй. башында телеграф агентлыҡтарының исеме мәғлүмәт тип алмаштырыла. БР‑ҙағы М.а. — “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы һәм ИТАР‑ТАСС‑тың БР вәкиллеге. 

А.Й.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке