МЕТРИКА КЕНӘГӘЛӘРЕ, революцияға тиклемге Рәсәйҙә гражданлыҡ хәле акттары теркәлә торған исемлектәр. Православныйҙарға (ҡара: Православие) — 1722 й., лютерандарға — 1764 й., католиктарға (ҡара: Католицизм) — 1826 й., мосолмандарға (ҡара: Ислам) — 1828 й., йәһүдтәргә (ҡара: Иудаизм) — 1835 й., расколсыларға — 1874 й., баптистарға (ҡара: Баптизм) 1879 й. индерелә. М.к. башлыса руханиҙар тарафынан алып барыла, уларға тыуым, никах, үлем т‑дағы һ.б. мәғлүмәттәр индерелә. Старообрядсыларҙың (ҡара: Старообрядсылыҡ), сектанттарҙың (ҡара: Сектантлыҡ) М.к. — ҡала башҡармалары, старосталар, улус идаралары, баптистарҙыҡы, мәжүсиҙәрҙеке (ҡара: Мәжүсилек) полиция тарафынан алып барыла. Сенаттың 1828 й. 21 сент. Указы м‑н Ырымбур мосолман диниә назараты тарафынан эш ғәмәлгә индерелә. Мосолман М.к. тыуым, үлем, никах теркәү һәм айырылыу т‑дағы мәғлүмәттәр теркәлә. Мәхәллә имамдары (ҡара: Мосолман руханиҙары) М.к. күсермәләрен мәсеттәрҙә ҡалдыра, төп нөсхәне Ырымбур мосолман диниә назаратына тапшыра. РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның һәм ХКС‑тың 1917 й. 18 дек. “Гражданлыҡ никахы, балалар тураһында һәм хәл акттары кенәгәләрен индереү тураһында” декреты м‑н М.к. урындағы ЗАГС органдары ҡарамағына тапшырыла (төп өлөшө Үҙәк тарих архивында һаҡлана). Совет власы йылдарында дини ойошмаларҙа теркәлгән гражданлыҡ хәле акттары юридик көскә эйә булмай.

М.Ғ.Вәлиева, Р.Р.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке