АПТРАҠ, Көҫәпәй, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 452 кеше; 1920 — 561; 1939 — 500; 1959 — 402; 1989 — 420; 2002 — 356; 2010 — 312 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарыүҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Аптраҡ Яуғастин исеме м‑н аталған. 1786 й. Көҫәпәй (улус старшинаһы Көҫәпәй Аптраҡов исеменән) исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 30 йортта 204 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 452 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ф.Ә.Ғайсин, З.С.Иғдәүләтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018