СПОРТ БАССЕЙНДАРЫ (фр. bassin), йөҙөү, һыуға һикереү, һыу полоһы б‑са күнекмәләр һәм ярыштар өсөн йыһазландырылған яһалма һыу ятҡылыҡтары. Асыҡ, ябыҡ һәм ҡатнаш төргә бүленә. Бер йәки бер нисә ваннаһы, әҙерлек күнекмәләре өсөн спорт залдары (майҙансыҡтары), техник һәм ярҙамсы биналары була. Башҡортостанда тәүге асыҡ С.б. — 1934 й. Өфөлә “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәтенең һыу‑ишеү станцияһы ҡарамағында, ябыҡ С.б. Октябрьский (1966) һәм Өфө (1967; ҡара: “Буревестник”) ҡҡ.төҙөлә. Ҙур С.б. Өфө (ҡара: “Нефтсе”), Салауат (“Алмас”, 1970, 50х21 м), Туймазы (ҡара: Спорт- һауыҡтырыу комплексы), Белорет (“Дельфин”, 1998, 25х14 һәм 12х8), Күмертау (1996, 25х8 һәм 12х6) һ.б. ҡалаларҙа бар. 2012 й. респ. 140‑тан ашыу С.б. эшләй.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина