“РӘСӘЙ ҠЫҘЫЛ ТӘРЕҺЕ”, дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. 1867 й. ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: күп балалы һәм ярлы ғаиләләргә, яңғыҙ оло йәштәгеләргә, инвалидтарға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә (йорт‑ере янған кешеләр, ҡасаҡтар һ.б.), балалар йорттарына, хоспистарға ярҙам күрһәтеү, һаулыҡ һаҡлау һәм ауырыуҙарҙы (ВИЧ‑инфекция, туберкулёз һ.б.) иҫкәртеү б‑са хәйриә программаларын тормошҡа ашырыу, донорҙар хәрәкәтен һ.б. ойоштороу. “Р.Ҡ.Т.” Башҡ‑н респ. бүлексәһе 1922 й. Башҡ‑н Ҡыҙыл Тәреһе һәм Ҡыҙыл Ярым Ай йәмғиәте булараҡ булдырыла, 1991 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1923 й. Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе йәмғиәтенә Булышлыҡ итеү советы (Өфө) ойошторола. Респ. 1923 й. 254, 1925 й. 2284 йәмғиәт ағзаһы иҫәпкә алына. 20—30‑сы йй. йәмғиәт аслыҡҡа һәм эпидемик инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә; дауахана, туберкулёзға ҡаршы диспансер, 2 венерология пункты, 2 тапмаға ҡаршы көрәш станцияһы, 3 күсмә күҙ дауалау отряды, 2 балалар һаулығы хеҙмәте пункты һ.б. асыла. 1926—29 йй. 120 шәфҡәт туташы, 120 санитария дружинаһы әҙерләнә, 6 меңгә яҡын кеше тәүге мед. ярҙамы күрһәтеүгә өйрәтелә. 1934 й. респ. 41077 кеше йәмғиәт ағзаһы булып тора, 304 санитар пост булдырыла; 2,6 мең кеше “Санитар оборонаға әҙер” түңәрәктәрендә әҙерләнә. 1935—38 йй. 3 дауахана, 6 поликлиника, 2 физиотерапия дауалау йорто һ.б. эшләй. 1936 й. Өфөлә санитария авиацияһы булдырыла. Б.В. һуғышы йылдарында йәмғиәт тарафынан санитария самолёттары эшләү өсөн аҡса йыйыла (533 мең һумдан ашыу), санитария‑ағартыу һәм дауалау‑иҫкәртеү эше ойошторола, унда 100 меңгә яҡын инструктор һәм активист ҡатнаша, улар 913 меңдән ашыу кеше, ш. иҫ. 3334 шәфҡәт туташы, 7538 санитария дружинаһы, 1645 санитар һ.б. әҙерләп сығара. 1960 й. яңғыҙ ауырыуҙарға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам күрһәтеү өсөн “Башҡортостан Ҡыҙыл Тәреһе һәм Ҡыҙыл Ярым Ай йәмғиәтенең шәфҡәтлелек хеҙмәте” мед. шәфҡәт туташтары бюроһы асыла. 90‑сы йй. башынан йәмғиәт СССР‑ҙың элекке респ. ҡасаҡтарына мед.‑социаль ярҙам күрһәтә. Респ. ҡалалары һәм райондарында 62 бүлексә, 65 кеше эшләй; 20864 кешегә ярҙам күрһәтелә (2008). Йәмғиәт м‑н Н.‑Ғ.Н.Байтирәков, Ғ.Ғ.Ҡыуатов, С.З.Лоҡманов, Н.А.Шерстенников һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Г е л л е р м а н И.И. Общество Красного Креста РСФСР в Башкирской АССР (1918—58 гг.). Уфа, 1958; К у л а г и н а А.А. Медицинская наука и практика в Башкирии в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

Ю.П.Симонов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина