“ПРОБЛЕМЫ МУЗЫКАЛЬНОЙ НАУКИ” (“Музыка ғилеме проблемалары”), Рәсәйҙәге махсус фәнни журнал. Ойоштороусылары: Ҡазан, Магнитогорск, Новосибирск, Ростов, Түб. Новгород, Урал (Екатеринбург ҡ.), Һарытау, Әстерхан консерваториялары, Воронеж сәнғәт акад., Сәнғәт институты, Төньяҡ Кавказ сәнғәт ин‑ты (Нальчик), С.В. Рахманинов ис. Тамбов музыка‑пед. ин‑ты. Ойоштороусылар советы рәйесе — И.Ғ.Ғәләүетдинов (2007—15). РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан рецензияланған фәнни баҫмалар һәм журналдар исемлегенә, Халыҡ‑ара мәғлүмәт базаһына һәм Халыҡ‑ара Music index/EBSCO фәнни цитаталау индексына индерелгән. Өфөлә 2007 й. алып йылына 2 тапҡыр, 2014 й. башлап йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дана (2016). Журналда музыка ғилеме, этномузыкология, музыка белеме биреү б‑са фәнни тикшеренеү һөҙөмтәләре, сит ил авторҙарының мәҡәләләре; Рәсәй авторҙары т‑да мәғлүмәт һәм уларҙың мәҡәләләренә ҡыҫҡаса күҙәтеүҙәр (инглиз телендә), АҠШ‑та һәм Европала баҫылған китаптарға аннотациялар, сит ил музыка белгестәре м‑н интервьюлар һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Музыка ғилеме офоҡтары”, “Рәсәй халыҡтарының музыка мәҙәниәте”, “Донъя халыҡтарының музыка мәҙәниәте”, “Музыка тексының поэтикаһы һәм семантикаһы проблемалары”, “Музыка белеме биреүҙә инноватика” һ.б. 2008—13 йй. “Креативное обучение в детской музыкальной школе” (“Балалар музыка мәктәбендә креатив уҡытыу”; ӨДСА‑ның муз. семантика лаб. фәнни‑методик хәбәрҙәре; йылына 4 тапҡыр сыҡҡан) ҡушымтаһын сығарған. Баш мөхәррире – Л.Н.Шәймөхәмәтова. Халыҡ‑ара нәшер итеүселәр бәйләнеше ассоциацияһы ағзаһы (2015 й. алып).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018