НЕФТТЕҢ ХИМИК МЕХАНИКА ҮҘӘГЕ, БР ФА‑ға ҡарай, 2002 й. Өфөлә “НИИнефтеотдача” ДУП‑ы базаһында асыла, 2009 й. алып Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть һәм газ биреүсәнлекте арттырыуҙың газ, гидродинамик, микробиол., термик, физик-химик ысулдарын ҡулланыуҙы комплекслы нигеҙләү; скважиналар быраулау һәм үҙләштереүҙең, ҡатламға механик‑химик тәьҫир итеүҙең техникаһын һәм технологияһын эшләү, респ. нефтехимия производстволарының сеймал базаһында химик реагенттар сығарыу; газ ятҡылыҡтарын һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү урындарын проектлау һәм моделләү һ.б. Үҙәк составына 6 лаб., патент һәм мәғлүмәт эше төркөмө инә. 30 ғилми хеҙм‑р араһында БР ФА‑ның 2 мөхбир ағзаһы, 8 фән д‑ры һәм 12 фән канд. (2009). Үҙәк ғалимдары тарафынан углеводородтарҙың ауыр сығарыла торған запастарын үҙләштереү б‑са адреслы технологиялар, ҡатламға тәьҫир итеү ысулдарын ҡулланыуҙың күп кимәлле стратегик һәм оператив планлаштырыу методикаһы эшләнә; ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың экологик яҡтан хәүефһеҙ ысулдары табыла һәм БР ятҡылыҡтарында файҙаланыуға индерелә (2004 й. фән һәм техника өлкәһендә Респ. дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булалар), нефть биреүсәнлекте арттырыу ысулдарын прогнозлау һәм оптималләштереү өсөн геологик-статистик һәм матем. моделдәр комплексы эшләнә, улар Урал‑Волга буйы, Көнбайыш Себер, Каспий буйы ятҡылыҡтарында һ.б. урындарҙа һыналып файҙаланыуға индерелә. Уйлап табыуҙарға 7 патент алынған; 10 ғилми йыйынтыҡ һәм монография нәшер ителгән. БР ФА, РФА фәнни учреждениелары, БР, РФ, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һ.б. вуздары һәм ин‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир. — В.Е.Андреев (2002 й. алып).

Р.К.Напольская

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика