ОЛО ЧЕРНИГОВ РАЙОНЫ, Һамар өлкәһенең көньяғында урынлашҡан. 1935 й. ойошторолған. Майҙа‑ ны — 2980 км2. Адм. үҙәге — Оло Чернигов ауылы. Районда 9 ауыл советы, 34 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 18,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Диңгеҙбай, Имел, Исток, Кинйәғол, Костино, Ҡасҡын, Үтәкәй, Хәсән, Ырғыҙ. Башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 3 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Ырғыҙ ҡаса‑ баһында — “Ырғыҙ” милли‑мәҙәни үҙәге (1999 й. алып), Ҡасҡын ҡасабаһында — “Тыуған моңдар” фольклор ансамбле, “Ҡыңғырауҙар” хореография ансамбле, Имел а. “Ҡурай” милли берекмәһе эшләй. Һ.Л.Дәүләтшина, Х.Й.Йомағолов, Р.Й.Ҡушаева, Ф.Х.Мостафина, Р.Ниғмәти һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика